0%

Тәрбиәсе(шиғыр). Әлфиә Әсәҙуллина

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Тәрбиәсе ( шиғыр )
автор Әлфиә Әсәҙуллина
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Китап",2006 йыл


Тәрбиәсе


Иртән торғас та китәләр
Атай-әсәйем эшкә.
Кескәйҙәрҙе тәрбиәләү
Төшә минең өлөшкә.
Атай булып уҫалланып,
Әсәй булып иркәләп,
Яратып та алғылайым,
Ҡай саҡта алам әрләп.
Зыҡ ҡубып уйнап алабыҙ,
Зыу килеп илашабыҙ.
Атай-әсәй ҡайтыуына
Һин дә мин ярашабыҙ.
Атай-әсәйем шатлана
Мин бар булғаныма.
Юҡһа, кем күҙ-ҡолаҡ булыр
Игеҙәк туғаныма?

 


2006 йыл